АТАЙСАЛ
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2019, 17:38
Иң шәбе—Яҡтыкүл
Башҡортостандың Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл Рәсәйҙә күлдәр араһында иң популяр ял итеү урыны булды. Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы ошондай мәғлүмәттәр килтерә. Яҡтыкүлдән тыш, туристарҙың яратҡан биш урыны иҫәбенә Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк ҡалаһы, Тверь өлкәһенең Селигер күле буйындағы Осташков ҡалаһы, Алтай крайының Большое Яровое күле буйындағы Яровое ҡалаһы һәм Иркутск өлкәһенең Байкал күле ярындағы Байкальск ҡалаһы индерелде.Tvil.ru мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда туристар Рәсәй күлдәрендә 3-5 тәүлек ял итте һәм торлаҡты ҡуртымға алыуға тәүлегенә бер кешегә 0,7-1,2 мең һум тотондо.Рейтинг 2018 йылда туристарҙың фатир, йорт һәм коттедж бронләү мәғлүмәттәре буйынса төҙөлдө.
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла