Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2019, 16:41

Ҡырымға юлланасаҡтар

Сибай балалары Ҡырымға ял итергә февраль-март айында барасаҡ.«Беренсе төркөм—250 бала—20 февралдә, шулай уҡ 10 марттан 250 бала ял итәсәк. Башҡортостанда беҙҙең Армянск ҡалаһындағы кеүек үк хәл булды. Эҙемтәләр ҙә шуға оҡшаш. Ярҙам күрһәтергә кәрәк»,—тип белдергән «Ҡырыминформ»ға Республика Башлығы Сергей Аксёнов. Евпаторияға һәм Көньяҡ ярға һауыҡтырыуға ебәреләсәк балалар Краснодарға тиклем поездарҙа, унан автобустарҙа барасаҡ. Юл сығымдары тулыһынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте иҫәбенән түләнә. Шифахана-курорт дауалауына тәү сиратта санитар-һаҡлау биләмәһенә яҡын урынлашҡан биләмәлә йәшәгән һәм медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханала дауаланыуға мохтаж балалар ебәрелә.