АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2019, 16:18

Мәктәп буласаҡ

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәктәбе бынан бер нисә йыл элек авария хәлендә тип табылды. Әлеге көндә белем усағының төп корпусында ғына балаларға ике сменала һабаҡ бирелә, ике яҡ өлөшө ябыҡ тора. Ошо сәбәпле Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин мәктәп уҡытыусылары, ата-әсәләр менән осрашты. Осрашыуҙа Айбулат Вәкил улы: «Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ярҙамы менән финанс мәсьәләһе хәл ителде, тиҙҙән һеҙҙә 350 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ»,—тип белдерҙе.

Читайте нас: