Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2019, 11:02

119 илгә сығып була

Донъя илдәре паспортында Рәсәй, үҙенең урынын һаҡлап, исемлектә 48-се баҫҡыста тора. Был иһә беҙҙең дәүләт граждандарына донъялағы 119 илгә һәм биләмәгә визаһыҙ инеү мөмкинлеген тыуҙыра. Япония был исемлектә беренсе урында, уның граждандары 190 илгә иркен сыға ала. Унан ҡала Сингапур һәм Көньяҡ Корея килә, уларға 189 илгә визаһыҙ инеү рөхсәт ителә. Былтыр беренсе рәттә булған Германия һәм Франция быйыл өсөнсө урынға төшкән, уларҙың граждандарына 188 ил сиктәре асыҡ. Америка һәм Бөйөк Британия халҡы 185 илгә рөхсәтһеҙ бара ала. Исемлектең иң аҙаҡҡы баҫҡысын Афғанстан менән Ираҡ биләй. Уларҙың граждандары 30 илгә артыҡ мәшәҡәтһеҙ инә ала.

Читайте нас: