Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2018, 10:43

Башҡортса шаярталар

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында «Мин башҡортса шаяртам» тип аталған КВН ярышы үтте. Унда уҡыу йортоноң бар факультеттарынан һигеҙ команда көс һынашты. Башҡортса йыр-моң, юмор һәм сатира кисәһе барыһына ла ныҡ оҡшаны. «Иң яҡшы ир-егет роле»нә Илдус Сурин (технология факультеты) лайыҡ булһа, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»н Наҙгөл Байтурина (иҡтисад һәм хоҡуҡ факультеты) яуланы. «Өмөт» призы тәбиғи-математика факультетының «Дәртлеләр» командаһына эләкһә, «Иң яҡшы шаяртыу»ҙа—«Әпипәләр», «Иң яҡшы сығыш» номинацияһында «Тубырсыҡтар» билдәләнде (икеһе лә педагогия факультетынан). Гран-приҙы педагогия факультетының «Баҡырса» командаһы яуланы.