Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2018, 10:41

Түләүҙе кисектерергә мөмкин

Ауыр тормош хәлендә ҡалған Рәсәй кешеләренә ваҡытлыса ипотека бурысын түләмәй торорға рөхсәт ителәсәк. Был тәҡдим менән Рәсәй банкыһы сығыш яһаны. Әлеге ваҡытта закон проекты тикшереү өҫтөндә. «Беҙ ипотека килешеүендә гражданға бурысын түләүҙән ваҡытлыса баш тартыу хоҡуғын индереүҙе тәҡдим итәбеҙ»,—ти Үҙәк банк рәйесе вәкиле Сергей Швецов. Уның һүҙҙәренсә, кешеләр 30-35 йәштә эш урынын йыш алмаштыра. Яңы хеҙмәт урынын эҙләгән осорҙа етешмәү кеүек проблема тыуа. Тәҡдим ошо хәлде еңеләйтеү маҡсатында индерелә. Банк бер нимә лә юғалтмай, ә тик ипотека срогы оҙонайтыла. Бер тапҡыр ғына ҡулланырға була. Әгәр ҙә тәжрибә уңышлы килеп сыҡһа, быны бер нисә тапҡыр ҡабатлау мөмкинлеген дә ҡарарға мөмкин.