Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2018, 10:06

Фондтары байыны

Баймаҡ үҙәк китапханаһы фонды яңы китаптар менән тулыланды. Яңы йыл алдынан белем үҙәгенә бындай бүләкте файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән «Таналыҡ» йәмғиәте яһаған. Фондҡа тапшырылған 200-ҙән ашыу баҫма араһында нәфис әҙәбиәт, тарих, иҡтисад, сәнғәт, туризм буйынса ла китаптар бар. Китапхана етәкселеге йәмәғәт директоры С.Н.Горбатенкоға сикһеҙ рәхмәтле.