Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2018, 10:41

Һаҡсыллыҡ уларҙың ҡанында

Шотландияла йәшәүсе Фред һәм Лесли Хиггинс август айында Euro Millions лотореяһының джекпотын отоп, 58 миллион фунт стерлингҡа (4,9 миллиард һум) эйә булғайны тип хәбәр итә Daily Mail баҫмаһы. Тик торғанда байлыҡҡа юлығыусылар аҡсаны иҫәпләп тотоуҙан һәм тауарҙарҙы акция барышында алыуҙан туҡтамаған. Отҡан аҡсаларына улар 430 мең фунтҡа (36,5 миллион һум) йылға буйынан пентхаус һатып алған. Улар шулай уҡ Audi A5 һәм BMW маркалы автомобилдәр ҡыуһа ла, иҫке Volvo машинаһын һатмаған. Бер тапҡыр ғына сит илгә сыҡҡандар—Мальтаға туғандарына туйға барып ҡайтҡандар. Матди хәлдәре яҡшырһа ла, улар һаман лоторея уйнауҙарын дауам итә.