Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2018, 18:39

Һәйкәлгә сәскәләр һалынды

Бөгөн, 10 декабрь—Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалыусы бөйөк төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнө. Сибай ҡалаһындағы Ә.Вәлидигә ҡуйылған һәйкәл янында ошо датаға арналған митинг уҙҙы. Унда Сибай башҡорттары ҡоролтайы, «Ағинәйҙәр», «Аҡһаҡалдар» ҡоро ағзалары, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина, Сибай башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ирек Бикмәтов, башҡорт лицейының 9-сы класс уҡыусыһы Гөлкәй Хәсәнова, «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Асия Ғәйнуллина сығыш яһаны. Бөйөк юлбашсыбыҙҙың һәйкәленә сәскәләр һалынды.