Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2018, 13:26

Мөмкинлекте файҙаланып

Сибай ҡалаһында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса йыйылыштар уҙғарылыу дауам итә. Ҡаланың Пионерҙар урамының 60-сы күп ҡатлы йортонда йәшәүселәрҙең балалары башлыса 1-се мәктәптә белем ала. Шуға ла улар 2019 йылда 1-се мәктәптең ҙур спорт залын һәм китапханаһын ремонтлауҙы алғы планға ҡуя. Инициатив төркөм программаны тормошҡа ашырыуҙа мөһим талап булған бағыусыны табырға, халыҡтан өлөшләтә аҡса йыйырға әҙер.