АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2018, 09:37
Законға буйһонмаһаң—штраф түлә
Сибай ҡалаһының мировой судьяһы ҡалала йәшәүсе бер ирҙе хөкөм итте. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 256-сы статьяһы 1-се бүлеге «в», «б» пункттары буйынса (тыйылған ҡоролмалар менән законһыҙ рәүештә балыҡ тотоу) ғәйепләнә. Судта асыҡланыуынса, апрель айында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары «Браконьер» операцияһы мәлендә «Kia Spectra» автомобилен туҡтата. Уның багажнигында 70-ләп балыҡ һәм балыҡ тотоу ҡоролмалары булып сыға.Ир Ҡарағайлы йылғаһында резина кәмә менән йөрөп 60 метрлыҡ ау һуҙа. Шул уҡ ваҡытта балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлде иҫәпкә алмай. Тәбиғәткә 13 мең һумдан ашыуыраҡ зыян килтерелә.Ир үҙ ғәйебен таныны. Суд уға 10 мең һум күләмендә штраф һалды, кәмә һәм ауҙарын тартып алды.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?