Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2018, 12:36

Еңел аҡса эҙләгән

Сибай ҡала суды Ишембай ҡалаһында йәшәүсегә хөкөм сығарҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 2-се бүлеге буйынса (гражданға зыян килтергән мутлыҡ) ғәйепләнә. Судта асыҡланыуынса, быйыл май айында мутлыҡ һәм уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән кеше Сибайға килә. Ул тәүлек әйләнәһенә ҡуртымға тапшырылған 3 фатирҙың асҡысын ҡулына төшөрә. Аҙаҡ, үҙен шул фатирҙарҙың хужаһы итеп танытып, уларҙы оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға бирә. Кеҫәһенә 25 мең һум аҡса һалып алған ир юҡҡа сыға.Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыны тапты һәм енәйәт эше асты. Ир ҡаты режимдағы колонияға 5 йылға ебәрелде.И.Солтанов, прокурор ярҙамсыһы.