АТАЙСАЛ
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2018, 12:35
«Йомарт шишәмбе»гә ҡушылайыҡ
27 ноябрҙән 4 декабргә ҡәҙәр дауам иткән «Йомарт шишәмбе» III Бөтә Рәсәй акция-һына Башҡортостан халҡы әүҙем ҡушылды.«Йомарт шишәмбе» акцияһының маҡсаты—халыҡты хәйриә эштәренә мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү һәм төбәктә мәрхәмәтлек мәҙәниәтен йәйелдереү. Быйылғы сараның төп йүнәлеше—генетик сирҙәр менән яфаланған балаларға ярҙам итеү. Был осорҙа ауыр хәлдәге дүрт сабыйға аҡса йыйыу марафоны уҙғарыла. Аҙна дауамында фонд иҫәбенә күскән аҡса йәшәү өсөн мөһим аппараттар һәм дарыуҙар алыуға тотоноласаҡ. Аҡса йыйыуҙы ойоштороусы «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды— Башҡортостанда онкология һәм гематология сирҙәренә дусар балаларға ярҙам күрһәтеүсе берҙән-бер фонд. Акцияла ҡатнашыу өсөн ҡыҫҡа 3443 номерына «Дарю» һүҙе менән смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Хәйриә ярҙамы күләме—65 һум. Теләге булғандар башҡа төрлө сумманы ла күсерә ала.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?