Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2018, 12:34

Шүлгәнташ, Бөрйән солоғо—Рәсәй бренды

«Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге һәм «Отдых в России» журналы Рәсәйҙең туристик брендтарына арналған сираттағы тикшеренеү ойошторҙо. Һөҙөмтәлә, «Терра Башҡортостан» бренды «Төбәк бренды» номинацияһында беренсе урын яуланы. Конкурсҡа йәмғеһе йөҙҙән ашыу ғариза тапшырылған. Улар нигеҙендә һайлап алыу критерийҙарына яуап биргән 75 туристик ойошманың исемлеге төҙөлдө. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе туризм тармағынан йәлеп ителгән эксперттар баһаланы. Әйткәндәй, рейтингыға тағы ла ике башҡорт бренды—Шүлгәнташ ҡур-саулығы менән Бөрйән солоҡ балы өҫтәлде.

Читайте нас: