Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2018, 12:09

Ҡоролтайҙа—яңы рәйес

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышында башҡорт халҡын берләштергән төп йәмәғәт ойошмаһына яңы рәйес һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Был вазифа Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Fәйнуллинға ышанып тапшырылды.