Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2018, 15:25

Халыҡ инициативалары хуплана

Сибай ҡалаһында 2019 йылда урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса йыйылыштар дауам итә. Сибайҙар ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының тышҡы йөҙөн матурлау мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Белов урамының 34-се йортонда йәшәүселәр 12-се мәктәптең ағас тәҙрәләрен пластикка алыштырыу яҡлы. З.Вәлиди урымының 48/3 адресында йәшәүселәр ҙә балалары белем алған гимназияның тәҙрәләре яңы һәм пластиктан булыуын теләй. Төҙөүселәр урамы халҡы ла Р.Өмөтбаев исемендәге баш-ҡорт лицейының тәҙрәләрен ПВХ констукцияларына алмаштырыуҙы хуплай. Ленин урамында йәшәүселәр Балалар музыка мәктәбенең тышҡы йөҙөн үҙгәртеүгә үҙ өлөшөн индермәксе. Алтын ҡасабаһының Айсыуаҡ һәм Атайсал урамында йәшәүселәр «Алтынай» балалар баҡсаһындағы майҙансыҡты тулыландырыу мөһимлеген белгертте.