АТАЙСАЛ
+22 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Ноября 2018, 04:22

Француздар Шүлгәнташ менән танышты

Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге майҙансығында Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенең 20 йыллығына арналған Баш-ҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙғарылды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты.Сараның төп маҡсаты—Халыҡ-ара йәмәғәтселекте Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр һәм Рәсәйҙәге тәүге «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу. Уларҙың тәүгеһе—ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә, икенсеһе иһә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә итә.

Читайте нас