Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2018, 15:20

Исҡужала баҙар бар

Йылайыр районының Исҡужа ауылына боролған ерҙә ябыҡ баҙар төҙө-лөп бөтөп бара. Урындағы башланғыстарҙы хуплау сиктәрендә ҡалҡып сыҡҡан объектҡа 1 миллион 300 мең һум аҡса бүленгән. Уның төп өлөшөн, атап әйткәндә 1 миллионды дәүләт бирһә, 200 мең һумын ауыл биләмәһе, ә ҡалған 100 меңде бағыусы Винер Тусалин биргән. Быға тиклем ауыл халҡы шәхси хужалығында етештергән аҙыҡ-түлекте юл ситенә сығып тороп юлаусыларға тәҡдим итһә, бынан ары санитар-гигиена талаптарына яраҡлы эшләнгән махсус баҙарҙа һатыу итәсәк.