АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2018, 16:10

Мафия йоҡламай

Италияның хоҡуҡ һағы органдары Европаның 8 илендә онлайн-тотализатор өлкәһендә мафия эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу буйынса киң масштаблы операция уҙғарған. Сара барышында 68 кеше ҡулға алынған, 1 миллиард евролыҡ мөлкәт конфискацияланған. Ҡулға алыныусылар араһында мафия ағзалары ғына түгел, енәйәти төркөмгә ингән эшҡыуарҙар ҙа бар. Улар мафия эшмәкәрлеге ойоштороуҙа, мутлыҡ, енәйәти юл менән табылған аҡсаны сит илгә күсереүҙә, террор әҙерләүҙә ғәйепләнә. Мутлыҡ ҡылыусылар легаль булмаған рәүештә интернет ставкаларҙан килгән килемде күсмәй торған милекте инвестициялауға тотонған, законһыҙ рәүештә сит ил банкыларына күсергән. Тикшереү барышында тағы шул асыҡланған: мафия босстары интернет аша «бысраҡ» аҡса эшләү өсөн донъяның иң яҡшы университеттарында һәләтле йәштәрҙе эҙләгән.