Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2018, 08:05

Баймаҡ һандуғасы

Яҡташыбыҙ, Баймаҡ ҡыҙы Зилиә Бәхтиева башҡарған «Болон» йырынан фрагмент француз төркөмө «Deep Forest» ди-джей Даниэль Гауди менән берлектә әҙерләп сығарған альбомыға индерелгән. Ошо айҡанлы «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында республикабыҙҙың билдәле йырсы-музыканттары, журналистар һәм скайп-бәйләнеш аша ҡушылған билдәле «Deep Forest» төркөмө солисы Эрик Муке, инглиз ди-джейы Даниэль Гауди ҡатнашлығында ғәҙәти булмаған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Ҡурайсы» төркөмө солисы Роберт Юлдашев, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов, Башҡортостан Республикаһы халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры дирижеры Линар Дәүләтбаев, композитор һәм продюсер Марат Фәйзуллин (Татурас), йәш музыкант Ришат Рәхимов һәм йырсы Зилиә Бәхтиева ҡатнашты. Яҡташыбыҙҙы Эрик Муке киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.