Баймаҡта З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең филиалы—«Башҡорт китабы» магазины эшләй башланы. С.Юлаев проспектының, 17-се йортонда урынлашҡан сауҙа нөктәһен асыуға муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х.Ситдыҡов, «Китап» нәшриәтенең генераль директоры И.М.Йәндәүләтов, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе Р.Ишембәтов күп көс һалған.