Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2018, 16:12

Яңы тәҙрәләр кәрәк

Урал аръяғында урындағы инициативаларға ярҙам программаһы йылдам тормошҡа ашырыла. 2019 йылда эшләнәһе эштәр ҡала һәм ауылдарҙа үткән йыйылыштарҙа барлана. Әйтәйек, Сибай ҡалаһының Матросов урамында йәшәүселәр 14-се мәктәптең ағас тәҙрәләрен пластикка алмаштырыу мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан. Йыйылышта 5 кешенән торған инициатив төркөм булдырылған. Баймаҡ районының Басай ауылы халҡы ла белем усағының иҫкергән тәҙрәләрен евроға алыштырырға иҫәп тота. Проектты хуплап мәктәп уҡыусылары «Яңы тәҙрәле мәктәбем» һүрәттәр конкурсы иғлан иткән. Былтыр был сарала ҡатнашҡан күрше иҫәнбәттәр ҙә басайҙарҙың башланғысын тулыһынса хуплай.