Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2018, 16:12

Дәртләндереү сараһы елле булмаҡсы

Башҡортостанда халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, үрҙә әйтеп үтелгән саралар еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырыла. Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар өсөн премия һәр береһенә 60 мең һәм тәшкил итә. Призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 30 мең һум тапшырыла. Бер нисә олимпиада еңеүселәренә һәм (йәки) призерҙарына премия һәм ҡаҙаныш өсөн айырым түләнә, тип билдәләнә указда.