Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2018, 16:11

Хаҡтар артырмы?

2019 йылдан Рәсәйҙә дарыуҙарға 10 процентҡа хаҡ артыуы ихтимал, тип белдерә «Известия» гәзите. Хаҡтарҙың күтәрелеүе тәү сиратта валюта курсының үҫешенә бәйле, шуға күрә сит ил препараттары ла ҡиммәтләнер, моғайын.Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең етештереүселәр ҙә хаҡты күтәрергә әҙер. Быны улар дарыуҙарҙа сит ил компоненттарын файҙаланыу менән аңлата. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, етештереүселәр дарыуға хаҡты инфляция процентына ғына арттыра ала.