Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2018, 15:44

Бассейн төҙөлә

«Башҡортостандың 100 йыллығына—100 объект» проекты сиктәрендә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында бассейн төҙөлә башланы. Проект буйынса бина 1407,5 квадрат метр майҙанды тәшкил итеп, шуның 20х8,5 метр өлөшөн бассейн биләйәсәк. Ул сменаһына 40 кеше ҡабул итә аласаҡ. Төҙөлөштө алып барған Ырымбур өлкәһенең «ПромСтройСнаб» йәмғиәте төҙөүселәре эште ваҡытында атҡарып, объектты 2019 йылдың IV кварталына файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тота.