Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2018, 08:23

Хөрмәтле яҡташтар!

Мөһим дәүләт байрамы—Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ!Байрам асылы тарих төпкөлөнә барып тоташа. Ул беҙҙе 1612 йылғы ваҡиғаларға иғтибар итергә саҡыра. Был дата берҙәмлекте, илһөйәрлекте, төрлө дин вәкилдәренең һәм милләттәрҙең үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүен сағылдыра. Ошо күркәм традицияларҙы һаҡлап, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм именлек булдырып йәшәргә тейешбеҙ. Тарихты белмәй тороп, үҙ геройҙарыбыҙҙы ихтирам итмәйенсә беҙ әлегәсә өлгәшелгән кимәлде һәм Рәсәйҙең берҙәмлеген һаҡлауға ирешә алмаясаҡбыҙ. Шуға ла, үткәндәрҙән өлгө алып, бөгөн дә Ватаныбыҙҙы яратырға, уға тоғро булырға, милли берҙәмлекте, илебеҙ мәнфәғәтен ҡурсаларға кәрәк.Ватан яҙмышы алдындағы яуаплылыҡ беҙгә проблемаларҙы хәл итергә, рухи һәм иҡтисади потенциалды үҫтерергә булышлыҡ итәсәгенә ышанам.Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә именлек, тыныслыҡ, уңыштар һәм яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйем!Р.Ә.Афзалов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас: