Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2018, 16:04

Әбйәлилдә яңы башлыҡ

Әбйәлил районына яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде: муниципалитет менән 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты итеп һайланған «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Таһир улы Нафиҡов етәкселек итә башланы. Был вазифала ул Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Fәлим Солтановты алмаштырҙы.—Тыуған районым Әбйәлил минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә,—тине Илдар Нафиҡов.—Төп бурысым—райондың үҫешенә, уның иҡтисадына өр-яңы этәргес биреү, уның ҡеүәтен арттырыу.