Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2018, 15:56

Хеҙмәттәшлек киңәйә

Индонезия һәм Рәсәй визаһыҙ режимды ябайлаштырып ҡына ҡалманы, киләсәктә ике илде тура рейстар ҙа бәйләйәсәк. Индонезияның халыҡ консультация конгресы рәйесе Усман Сапта һәм Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе Валентина Матвиенко ике дәүләт араһындағы төрлө хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен ҡарап, октябрҙән үк Мәскәү-Денпасир тура авиа рейсын булдырыу хаҡында әңгәмәләште. Бындай бәйләнеш ике илдең хеҙмәттәшлеген нығытасаҡ, айырыуса туризм өлкәһендә бәйләнеште арттыра. Былтыр Индонезияға 70 меңдән ашыу рәсәйле сәфәр ҡылған. Усман Сапта иҡтисад, сауҙа өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек киңәйер, тип ышана. Ике дәүләт етәкселеге илдәр араһында тауар әйләнешен 5 миллиард долларға еткереү мәҡсатын ҡуя.