Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2018, 15:42

Төҙөкләндерелә

«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә Йылайыр районы үҙәгендә лә байтаҡ эштәр башҡарылды. Ихаталарҙа юлдар рәтләнде, тротуарҙар төҙөкләндерелеп, эскәмйәләр ҡуйылды. Уйын һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған. Үҙәк майҙанда асфальт япма алмаштырылған, һәйкәл яны тәртипкә килтерелгән.