АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2018, 15:43

Брейнфест үтте

Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы брейнфест ойошторҙо. Беренсе тапҡыр уҙғарылған сара Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуға арналды. «Республика» кафеһында үткән ярышта командалар республикабыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Ойоштороусылар белемде, зиһенде һынап ҡарауға бағышланған, йыр-моң менән һуғарылған сараны үткәреүгә ярҙам күрһәткәне өсөн «Алға, Сибай» проектына һәм ҡала хакимиәтенә рәхмәтле.