Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2018, 17:15

Уңайлы ҡулланма

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары йыр-моң һөйөүселәр өсөн бик шәп бүләк әҙерләгән—Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан «Башҡортомдоң йөҙ йыры» тип аталған аудиодиск сығарҙы. Йырҙарҙың барыһын да Сибай филармонияһы йырсылары башҡара. Проекттың авторы—концерт-театр берекмәһе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов, музыкаль етәксеһе—республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.Йыйынтыҡты мәктәп уҡыусыларына, уҡыу йорттары студенттарына, тел, әҙәбиәт һәм музыка уҡытыусыларына дәрестә ҡулланма булараҡ та файҙаланырға мөмкин.