Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2018, 17:13

Наркотиктарға юлдар ябыҡ

Мексиканың буласаҡ президенты Андрес Мануэль Лопес Обрадор Латин Америка илдәренә илерткес матдәләр ташыусы наркокартелдәр башлыҡтары менән килешеү төҙөмәйәсәген белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа Мексика аша АҠШ-ҡа кокаин транзиты үтеү сәбәпле, хәлдәр бик киҫкен тора. Йыл башынан алып илдә наркотиктарға бәйле булған 16 мең кеше үлтерелгән. Был һан былтырғы осор менән сағыштырғанда 18 процентҡа юғары. Айырыуса Тамаулипас штатының Сьюдад-Виктория ҡалаһында замана афәтенә бәйле енәйәттәр күп ҡылына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, буласаҡ ил башлығы еңелсә наркотиктарҙы легалләштереү һәм амнистия тураһындағы проектты яҡлап сыҡҡан.