Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2018, 14:00

Яңғыратты Яйыҡ буйҙарын

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтанов призына һәм уның 90 йәше уңайынан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы үтте.

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтанов призына һәм уның 90 йәше уңайынан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы үтте.
Унда Баймаҡ, Ишембай, Әбйәлил, Белорет, Fафури, Хәйбулла һәм Учалы райондарынан 37 башҡарыусы ярышты. Конкурс шарттарына ярашлы, йырсылар ике башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы, шуларҙың береһе мотлаҡ Абдулла Солтанов репертуарынан ине.
Абруйлы сәнғәт әһелдәренә иң-иңдәрҙе асыҡлауы еңелдән булманы. Әйткәндәй, конкурсанттарҙың сығышын мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов үҙе баһаланы.
Һөҙөмтәләр буйынса, «Профессиональ башҡарыусылар» номинацияһында—Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты Айрат Баязитов, үҙешмәкәрҙәр араһында Әбйәлилдән Вилдан Зәйнәшев I дәрәжәле дипломдар менән бүләкләнде.
4-10, 10-16 йәштәгеләр араһында Наҙгөл Хилажева менән Fайсар Ильясов иң яҡшылар тип табылды.
Ә Гран-при Ишембайға юлланды. «Урал» һәм «Уйыл» йырҙарын юғары кимәлдә башҡарып, Рәфис Ишбаев барыһын да әсир итте. Әлеге көндә Ишембай тарафтарында эшләгән йырсы беҙҙең яҡташ. Рәфис Баймаҡта тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә, Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров класында белем алған.
Көслө алҡыштар, диплом-приздарҙан тыш, еңеүселәр тағы бер баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләккә лайыҡ булды: улар 4 ок-тябрҙә Учалы филармонияһында уҙғарыласаҡ мәшһүр йырсы Абдулла Солтановтың юбилей кисәһендә сығыш яһаясаҡ.