Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2018, 10:56

Хыялдар тормошҡа аша

Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә 240 уҡыусыға һәм 120 мәктәпкәсә йәштәге балаға иҫәпләнгән белем биреү комплексы төҙөләсәк. «Башҡортостандың 100 йыллығына—100 объект» проектына ингән төҙөлөштө Сибай ҡалаһының «Ремстройцентр» йәмғиәте эшселәре тормошҡа ашырасаҡ. Йәмғиәт етәксеһе Рафаил Исмәғилев әйтеүенсә, төҙөлөш бик уникаль һәм ҡыҙыҡлы.

—Быйыл ойошмаға эштәрҙе башлап ебәреүгә 93 миллион аҡса күсһә, икенсе йыл ҡалған өлөш—97 миллион һум күсереләсәк. 3 ҡатлы бинала физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт, заманса япмалы футбол, баскетбол майҙансыҡтары, 3D ҡоймалар, айырым парковка һәм башҡа яңы уңайлыҡтар булдырыласаҡ. 2019 йылдың 1 сентябренә бында һис шикһеҙ ҡыңғырау яңғырап, балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәйәсәк,—ти Рафаил Ибраһим улы.
Әлеге көндә белем биреү комплексы буласаҡ урында төҙөүселәр эш башлап тора, техника урынлаштырыла. Көндәр йылы торғанда нигеҙ һалына башлаясаҡ.
Читайте нас: