Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2018, 13:49

Ташламалы ипотека

Рәсәйҙә икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн ташламалы ипотека кредиттары программаһы 2024 йылға тиклем оҙайтыла.«Fаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаларын кәмендә 2024 йылдың аҙағына тиклем оҙайталар»,—тип тапшыра «ТАСС» вице-премьер Татьяна Голикова секретариаты хәбәрен.

Рәсәйҙә икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн ташламалы ипотека кредиттары программаһы 2024 йылға тиклем оҙайтыла.
«Fаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаларын кәмендә 2024 йылдың аҙағына тиклем оҙайталар»,—тип тапшыра «ТАСС» вице-премьер Татьяна Голикова секретариаты хәбәрен.
2017 йыл аҙағында Президент Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа икенсе һәм өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн ипотека буйынса 6 процент ставка менән махсус программа эшләргә тәҡдим итте. 2018 йылдың июнендә Президент шулай уҡ дүрт һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса алты процентлы ставка тәьмин итергә ҡушты.
Читайте нас: