Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы дөйөм хаҡы 143,7 миллион һумлыҡ ике күпергә заказ бирә.
Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ-Ҡорғат автомобиль юлында Аҡа йылғаһы аша күпер һалына. Был маҡсатҡа төбәк бюджетынан 77,9 миллион һумға тиклем аҡса бүленеүе мөмкин. Баймаҡ районында Сибай-Күсей-Әбйәлил районы сиге автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша күпер төҙөлә. Ошо объектта материалдар һәм эштәр 65,8 миллион һумға баһалана.
Потенциаль подрядсыларҙан ғаризалар 10 октябргәсә ҡабул ителә. Аукциондар 19 октябрҙә «РТС-тендер» майҙансығында була.