Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2018, 13:36

Йыйыштырайыҡ күмәкләп

29 сентябрь, 6, 13, 20, 27 октябрь көндәре Сибай ҡалаһында дөйөм өмә көндәре итеп тәғәйенләнгән. Ҡойолған япраҡтар, сүп-сар ҡар аҫтында ҡалып, яҙ көнө йәшәгән еребеҙҙе йәмһеҙләп ятмаһын тиһәк, был сараға барлыҡ предприятие, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре дәррәү сығырға тейеш. Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн, бергәләп эргә-тирәбеҙҙе ялтыратып ҡуяйыҡ.