«Сибайҙың 100 шәхесе» проекты тамамланыуға бара. Әлеге көндә 113 кандидат исемлеккә индерелгән. Улар менән «Бәйләнештә» селтәрендә ( https://vk.com/stoimensibay ) танышырға мөмкин.
Июнь аҙағына тиклем һеҙ ҙә үҙ кандидатурағыҙҙы тәҡдим итә алаһығыҙ. Уның исем-шәрифен, тыуған йылын, урынын, биографияһын яҙып, ҡала алдындағы эшен күрһәтеп Сибай ҡалаһы хакимиәтенең электрон адресына ( admin_sibai07@mail.ru ) ебәрергә йә иһә хат менән хакимиәттең дөйөм бүлегенә ҡалдырырға кәрәк.
Проект «Сибайҙың 100 шәхесе» исемле китап сығарыу менән тамамлана.
Р.Байгилдин, проект комиссияһы секретары.