Сибай ҡалаһы прокуратураһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә тикшереү үткәрҙе.
Асыҡланыуынса, оҙаҡ ваҡыт дауамында йәмғиәттә эшләүсе 2 кеше менән бер ниндәй ҙә хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән. Хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуғын яҡлау маҡсатында, прокуратура етәкселеккә һорау ебәрҙе. Һөҙөмтәлә, йәмғиәт директорына административ енәйәт эше асылып, уға 60 мең һумлыҡ штраф һалынды.
Әлеге көндә хеҙмәт килешеүе төҙөлгән, ҡытыршылыҡтар бөтөрөлгән.
Фәнил Мортаев, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.