Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2018, 11:55

ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫ НАРКОТИК ҺАТҠАН

2016 йылдан Сибай ҡалаһында ғаилә парҙары ҡалала законһыҙ рәүештә наркотик һатыу менән шөғөлләнгән.37 һәм 28 йәшлек парҙар был илерткес матдәне интернет-магазин аша таратыуға өлгәшә. Ҡатын хаҡтар билдәләй, һатып алыусылар таба. Ә ире наркотиктарҙы ҡаптарға тултыра һәм уларҙы «серле урындарға» урынлаштыра. Мул аҡсаны ошо рәүешле эшләргә маташыусылар тотолған. Fаиләнән 450 г наркотик, электрон үлсәү, сауҙа эшендә ҡулланған башҡа әйберҙәр, телефондар тартып алына.Әлеге көндә ир ҡулға алынған, ҡатын өй һағында. Әйткәндәй, ул элек тә наркотик һатҡан өсөн тотолған булған.Енәйәт эше Сибай ҡала судына ебәрелде.Ирнис Солтанов, прокурор ярҙамсыһы.

2016 йылдан Сибай ҡалаһында ғаилә парҙары ҡалала законһыҙ рәүештә наркотик һатыу менән шөғөлләнгән.
37 һәм 28 йәшлек парҙар был илерткес матдәне интернет-магазин аша таратыуға өлгәшә. Ҡатын хаҡтар билдәләй, һатып алыусылар таба. Ә ире наркотиктарҙы ҡаптарға тултыра һәм уларҙы «серле урындарға» урынлаштыра. Мул аҡсаны ошо рәүешле эшләргә маташыусылар тотолған. Fаиләнән 450 г наркотик, электрон үлсәү, сауҙа эшендә ҡулланған башҡа әйберҙәр, телефондар тартып алына.
Әлеге көндә ир ҡулға алынған, ҡатын өй һағында. Әйткәндәй, ул элек тә наркотик һатҡан өсөн тотолған булған.
Енәйәт эше Сибай ҡала судына ебәрелде.
Ирнис Солтанов, прокурор ярҙамсыһы.