Сибай ҡалаһының мировой судьяһы урындағы 42 йәшлек кешегә хөкөм сығарҙы. Ул Рәсәй Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Судта асыҡланыуынса, ғинуар айында ир «Шевроле Ланос» автомобилендә иҫерек килеш тотолған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уны автозаправка янында туҡтатҡан. Быға тиклем ул ошо ҡылығы өсөн тотолоп, водитель танытмаһынан мәхрүм ителеп, ике тапҡыр мотлаҡ эшкә йәлеп ителгән була.
Судта ир үҙ ғәйебен таныны. Ул 4 айға иркенән мәхрүм ителде һәм 3 йыл дауамында руль артынан ултырырға тейеш түгел.
Илдар Сафин, прокурор ярҙамсыһы.