АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Победа. Новости
29 Августа 2025, 09:20

Түштәренә генерал Шайморатов миҙалы ҡаҙанылар

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында Сибай концерт-театр берекмәһенең йырсылары, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары - Фларид Бирғәлин, Әлфир Заманов, музыканттары Радик Далхин һәм Илһам Мөхәмәтшин генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

Түштәренә генерал Шайморатов миҙалы ҡаҙаныларТүштәренә генерал Шайморатов миҙалы ҡаҙанылар
Түштәренә генерал Шайморатов миҙалы ҡаҙанылар

Сибай концерт-театр берекмәһенең 12 артисы 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юлланды. Шуларҙың икәүһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илнар Хәтмуллин менән Рәил Ханов яуҙа батырҙарса һәләк булды.

Яугир артистарҙы юғары һәм лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ! Именлек, ғаилә бәхете, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас