Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Апрель 2023, 12:30

Яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында спортты һөйөүселәрҙе берләштереүсе яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Ул район үҙәге халҡына хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек комплексын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк. Үҙәккә төрлө кимәлдәге перекладина, брус, турниктар, гимнастика эскәмйәләре, тренировка комплексы һәм тәнде яҙыу өсөн төрлө тренажерҙар урынлаштырыласаҡ.

Яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк
Яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк

“Демография” милли проектының “Спорт-йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә ғәмәлгә индереләсәк спорт майҙансығы төҙөлөшөнә федераль һәм район ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма Аҡъяр Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе янындағы биләмәлә 23х12 метр күләмендәге майҙансыҡҡа нигеҙ һала башлаған. Тап ошонда спорт-технология ҡорамалдарын урынлаштырыу күҙаллана.

Яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк
Яңы үҙәк барлыҡҡа киләсәк
Автор:Гульдар Кадаева