АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Февраль 2023, 15:05

МӘКТӘПТӘ - СТОМАТОЛОГИЯ

Юлдыбай мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары бөгөн оло шатлыҡ кисерҙе.

МӘКТӘПТӘ - СТОМАТОЛОГИЯ
МӘКТӘПТӘ - СТОМАТОЛОГИЯ

Республикала мәктәп стоматологияһы системаһын үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә.  Бөгөн Юлдыбай мәктәбендә лә теш дауалау кабинеты асылды. Уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да ҡыуанысы сикһеҙ.

 

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарында педагогтар ҙа дауаланасаҡ. "Тәү сиратта стоматология кабинеттары белгестәр менән тәьмин ителергә тейеш, был проектты ауыл мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу мөһим", — тип иҫәпләй Радий Хәбиров.

Автор:Резеда Валиева