АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Февраль 2022, 07:50

Туй көнө түгел, йәшәү мөһим

Элек ғашиҡтар көнө уңайынан туйҙар гөрләп үтә ине. Әммә һуңғы йылдарҙа был байрам айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙаланмай.

Туй көнө түгел, йәшәү мөһим
Туй көнө түгел, йәшәү мөһим

Быйыл байрам дүшәмбегә тура килде. Бәлки, туйҙарҙың әҙ булыуы ял көнөнә бәйлелер--ЗАГС-тарҙың дүшәмбе һайын ял көнө, 16 ғына бүлек эшләй,--тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында. Февралдә тағы ла матур дата көтөлә--2022 йылдың 22 феврале. Шишәмбегә тура килгән көнгә 322 пар ғариза биргән. "Сибай ҡалаһында ла матур даталы көндө тиҫтәгә яҡын никах теркәләсәк," -- тине ҡаланың ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева. Әйткәндәй, ЗАГС бүлеге барлыҡ эштәрен "Демография" милли проекты сиктәрендә алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева