АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Октябрь , 15:05

БЕҘҘЕҢ МӘҒӘМҮРӘ ИНӘЙЕБЕҘ!

Баймаҡ районы Бикеш ауылында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы йәшәй икән, ул декабрь айында 98 йәшен тултырасаҡ. Беҙ уның хаҡында белмәй ҙә инек. Бөгөн беҙгә хәбәр иттеләр...

БЕҘҘЕҢ МӘҒӘМҮРӘ ИНӘЙЕБЕҘ!
БЕҘҘЕҢ МӘҒӘМҮРӘ ИНӘЙЕБЕҘ!

—Ауыл ололарын Ололар көнө менән ҡотларға барғайныҡ. Мәғәмүрә Мазһар ҡыҙы Мөхәмәтйәнованың "Атайсал" гәзитенең айырылғыһыҙ дуҫы икәнен белеп ҡалып фото төшөрөргә булдыҡ. Ҡулына гәзит тотторғайныҡ, "Мин бит быны уҡыным",—тип ултыра ул. "Атайсал" гәзитен ныҡ ярата икән,—тип хәбәр итә Әнүзә Азаматова.

Афарин, Мәғәмүрә инәй! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: