Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Апрель 2023, 14:15

ЯУГИР ҒАИЛӘҺЕНӘ—«АТАЙСАЛ» ГӘЗИТЕ

Изге Рамаҙан айында Йылайыр районы Матрай ауылында махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ғаиләһенә «Атайсал» гәзитенә подписка бүләк итеү акцияһына ҡушылдылар. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙ ҙә был акцияға ҡушыла алаһығыҙ. Шуны ла әйтәбеҙ: 20 апрелгә тиклем ташламалы хаҡҡа яҙылырға була.

ЯУГИР ҒАИЛӘҺЕНӘ—«АТАЙСАЛ» ГӘЗИТЕ
ЯУГИР ҒАИЛӘҺЕНӘ—«АТАЙСАЛ» ГӘЗИТЕ

Изге Рамаҙан айында гәзитебеҙ мөхәрририәте “Яугир ғаиләһенә—“Атайсал” гәзите!” хәйриәлек акцияһын башлап ебәрҙе. Быйыл иң тәүгеләрҙән булып был акцияға Йылайыр районының Матрай ауыл биләмәһе ҡушылды. Биләмә башлығы Илмир Салауат улы Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, уларҙың ҡарамағында булған Матрай, Япарһаҙ һәм Иҫке Яҡуп ауылдарынан ете ир-егет Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әле һалдаттарҙың дүртәүһе ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. 6 апрелдә Матрай мәҙәниәт йортонда ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән “Кейек ҡаҙ юлдары” исемле осрашыу уҙғарылған. Матур сараға учреждение һәм ойошма етәкселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ғаиләләре, яҡындары саҡырылған. Йыр-моң менән оҙатылып барған осрашыу кисәһе ике яҡ өсөн дә фәһемле булған.  

Яугир егеттәрҙең һөйөклө әсәләренә, ҡатындарына бүләк итеп 2023 йылдың 2-се ярты йыллығына “Атайсал” төбәк гәзитенең квитанцияларын тапшырыу сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө булғандыр, моғайын. Биләмә башлығы Илмир Йәрмөхәмәтов Матрайҙа йәшәүсе өс яугир Илдус Салауатов, Радик Ҡоҙашев һәм Ринат Түләбаевтың әсәләренә, ағаһына бушлай гәзит яҙҙырып һөйөндөрһә, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Йәмил Алғушаев Япарһаҙ ауылынан яу ҡырына юлланған ағалы-ҡустылы Илвир һәм Фәнүр Байбактиндарҙың ғаиләләренә бүләк эшләне. Япарһаҙ һәм Иҫке Яҡуптан оҙатылған ир-егеттәр Вил Нәзиров менән Ирек Исламғоловтарҙың  ҡатыны һәм әсәһе  крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илфат Үтәшев яҙҙырған баҫманы алып уҡыясаҡ. Изге айҙа мәрхәмәтлек күрһәтеүсе яҡташтарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Афарин!

Ғаиләһен күрергә тип ялға ҡайтҡан яугирҙәр, уларҙың яҡындары Матрай биләмәһе һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән матур байрам тамашаһынан ҡарап, ауылдаштары әҙерләгән бүләктәргә, сәй табынына рәхмәтле булып өйҙәренә таралышты. Мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә эскерһеҙ ярҙам итеүсе яҡташтарыбыҙҙың эштәре уң булһын, сауаптарын насип итһен.

Барлыҡ милләттәштәребеҙҙе “Яугир ғаиләһенә—“Атайсал” гәзите!” хәйриәлек акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

 

АЛЬБИНА ҠОҘАШЕВА.

Автор:Резеда Валиева