Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Март 2022, 13:05

Үҙең уҡы ла, бүләк ит

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юллана. Маҡсаттары-башҡорттар араһында айыҡлыҡты пропагандалау һәм уларға башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү. Ошо айҡанлы Хәйбулла районында башҡорт телендәге китап-журналдар йыйыу буйынса акция иғлан ителә.

Үҙең уҡы ла, бүләк ит
Үҙең уҡы ла, бүләк ит

Уға теләге булған һәр кем ҡушылып, эстәлекле баҫма өлгөләрен район китапханаһына тапшыра ала. 25 март көндө Бәләкәй Арыҫланғолдар тарфынан йыйылған китап, журналдар Сембер ауылы халҡына тапшырыласаҡ.
Китаптар Район мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан үҙәкләштерелгән китапханала ҡабул ителә.

Автор:Гульдар Кадаева