Мәҙәниәт
29 Июля , 10:00

Ҡасабаларҙа мәҙәни тормошто хәстәрләп

Сибай ҡалаһының Мәҙәниәт йорто директоры Ләйлә Аллабирҙинаның «Мәҙәни СИБАЙ--үҙ ҡулдарыбыҙ менән» проекты Рус баҡыр компанияһының ирекмәндәр үҙәге ойошторған социаль инициативалар конкурсында финалға сыҡты һәм үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы алды. Өсөнсө «Изгелек биләмәһе» конкурсына йомғаҡ Екатеринбург ҡалаһында яһалды. Еңеүселәргә диплом һәм 500 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Ләйлә Рамаҙан ҡыҙының проекты ла ошондай суммалы сертификатҡа эйә булыуы бик ҡыуаныслы.

Ҡасабаларҙа мәҙәни тормошто хәстәрләпҠасабаларҙа мәҙәни тормошто хәстәрләп
Ҡасабаларҙа мәҙәни тормошто хәстәрләп

Етәксе был аҡсаға ҡала яны ҡасабаларында мобиль ижади биләмә—сатырҙар ҡуйырға иҫәп тота. Сатырҙарҙа ҡасабала йәшәүселәр өсөн ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Шул рәүешле өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йәшәгән урындарынан алыҫҡа китмәйенсә матур һәм файҙалы әйберҙәр яһарға өйрәнә аласаҡ.

-Ҡасабаларҙа мәҙәни тормош үҫешен хәстәрләгән минең проектты уңышлы тип тапҡандары һәм уны хуплағандары өсөн Рус баҡыр компанияһының ирекмәнлек үҙәгенә ҙур рәхмәт!--тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ләйлә Рамаҙан ҡыҙы.-Идеяларҙы ғәмәлгә ашырыуға бер нисә ай ваҡыт бирелде. Сертификаттар алғандан проект эшмәкәрлеге буйынса белем биреү интенсивы ла уҙғарылды. Был һабаҡ беҙгә эштәрҙе дөрөҫ планлаштырырға һәм проекттарҙы уңышлы тамамларға һис шикһеҙ ярҙам итәсәк.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас