АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
14 Мая , 03:00

Йыр-моң иленә әйҙәй

19 май 19.00 сәғәттә Сибай ҡалаһы мәҙәниәт йортонда һәүәҫкәр йырсы Айрат Иштановтың «Йырлап уҙһын тормошом» концерты үтә. Сарала Айраттың ижадташ дуҫтары, яҡташтары Азат Исҡужин, Гөлиә Иштанова, Люциә Ғәббәсова һәм махсус ҡунаҡ—Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов сығыш яһаясаҡ. Билет хаҡы - 400 һум.

Йыр-моң иленә әйҙәйЙыр-моң иленә әйҙәй
Йыр-моң иленә әйҙәй

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан Айрат Марат улы Иштанов үҙе йырлай, оҙон көйҙәр башҡара, йырҙар ижад итә, ҡурайҙа уйнай, бәйгеләрҙә ҡатнаша, шулай уҡ ауылдың волейбол командаһын етәкләй, "Һаҡмар " шифанаһында һаҡ хеҙмәткәре булып эшләп тә өлгөрә. 

Махсус хәрби операция башланғас күптәрҙең яратҡан йырына әйләнгән «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын  Айрат Иштанов та башҡара.

Айрат 1988 йылдың 7 октябрендә Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған.  Дүрт бала атаһы.

Мөмкинлек сыҡҡан һайын йыр һәм спорт конкурстарында ҡатнаша, балаларын да шуға ылыҡтыра. Ҡыш көндәрен бергәләп тауҙан шыуалар, йәйен йылға буйҙарында, урманда ял итәләр.

—Маҡсатым—ауырлыҡтарға бирешмәҫкә!—ти Айрат. 

Һәүәҫкәр йырсы Сибайҙа һәм ҡалаға яҡын ауылдарҙа йәшәгән яҡташтарын, сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын йыр-моң байрамына, үҙенең "Йырлап уҙһын тормошом" концертын ҡарарға саҡыра. 


Бар яҡтан килгән ир-егеткә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, юғары үрҙәр теләйбеҙ!

фото Айрат Иштановтың архивынан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас